ХӘМИТ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Хәмит а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 70 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 117 км алыҫлыҡта Ҡағы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 228 кеше; 1920 — 320; 1939 — 353; 1959 — 422; 1989 — 544; 2002 — 699; 2010 — 676 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Верхнеурал өйәҙе Тамъян улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1795 й. алып билдәле. 1866 й. 26 йортта 135 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. мәҙрәсә, һыу тирмәне теркәлгән.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев