БАТМАН, 1) 4,1 кг (Ҡазан Б.) һәм 131,04 кг (Ырымбур Б.) тиң ауырлыҡ үлсәме. Б. (нигеҙҙә, Ҡазан Б.) башҡорттар солоҡ ерҙәре (ҡара: Солоҡсолоҡ) өсөн яһаҡ түләгән. 2) Соҡоп яһалған алынмалы төплө һәм ҡапҡаслы ағас һауыт (диам. 25—30 см, бейеклеге 35—45 см; ҡара: Ағастан эшләнгән өй кәрәк‑ярағы). Нигеҙҙә, йүкәнән эшләнгән, ауыҙы һәм ҡапҡасы геометрик орнамент м‑н биҙәлгән. Бал йыйыу, ташыу һәм һаҡлау өсөн файҙаланылған. Башлыса Башҡортостандың көньяҡ, көньяҡ‑көнсығыш һәм үҙәк райондарында таралған. Ағиҙелдең урта ағымында һәм таулы райондарҙа ш. уҡ май бешеү һәм һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән май Б. (диам. 15—20 см, бейеклеге 50—60 см) булған.

С.Н.Шитова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика