ХӘМИҘУЛЛИНА Наилә Ғәли ҡыҙы (25.11.1939, Өфө), пианист, педагог. Проф. (1999). БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1995). С.Ғ.Хәмиҙуллинаның һеңлеһе. Мәскәү консерватория­һын тамамлаған (1964; П.В.Месснер класы). 1969—72 йй. Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тында стажировка үтә (Мәскәү; етәксеһе Е.Я.Либерман). 1964 й. алып Алма‑Ата консерваторияһында, 1968 й. — ӨДСИ‑лә (2000—03 йй. махсус фортепиано каф. мөдире) уҡыта. Х. башҡарыу сәнғәте техник оҫталыҡ, хислелек, стилде нескә тойоу м‑н айырылып тора. Репертуарына сит ил (И.С.Бах, Л.Бетховен, Ф.Шопен һ.б.), ватан (С.В.Рахманинов, С.С.Прокофьев, Д.Д.Шостакович), ш. иҫ. башҡорт (Х.Ш.Заимов, З.Ғ.Исмәғилев, Н.Ғ.Сабитов), композиторҙарының әҫәрҙәре инә. Пед. эшмәкәрлегендә Мәскәү фп. мәктәбе традицияларын дауам итә. Уҡыусылары араһында БР‑ҙың атҡ. артистары Г.М.Кәримова һәм Ә.И.Шафиҡова, РФ‑тың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре О.И.Московченко, БР‑ҙың атҡ. мә­ҙәниәт хеҙм‑ре Р.Ә.Солтангилдина бар. БР‑ҙың музыка уҡыу йорттары өсөн 20‑гә яҡын фәнни‑методик хеҙмәт һәм уҡыу программаһы авторы.

С.М.Платонова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова