ХӘМИҘУЛЛИН Ғәли Заһит улы [3.8. 1903, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Ишле а. (БР‑ҙың Миәкә р‑ны) — 14.8.1977, Өфө], агроном, иҡтисадсы. А.х. ф. д‑ры (1961). К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. тамамлағандан һуң (1932) Башҡ‑н а.х. соц. үҙгәртеп ҡороу ҒТИ‑нда бүлек мөдире; 1934 й. алып ВКП(б) Башҡ‑н өлкә ком‑тының а.х. бүлегендә, 1938 й. — БАХИ‑ның дир. урынбаҫары, 1939—42 йй. һәм 1945—52 йй. Башҡ‑н ғилми‑тикшеренеү баҫыусылыҡ ст. дир., 1942—45 йй. БАССР‑ҙың игенселек б‑са халыҡ комиссары урынбаҫары. 1952 й. башлап СССР ФА БФ‑та:өлкән ғилми хеҙм‑р, 1955 й.алып бүлек мөдире.Фәнни тикшеренеүҙәре ауыл хужалығы иҡтисадына һәм уны ойоштороуға, игенселек һәм малсылыҡ продукцияһын етештереүҙең тауарлылығын һәм һөҙөмтәлелеген арттырыуға арналған. Х. тарафынан тәүге тапҡыр Башҡортостан терр‑яһын а.х. б‑са районлаштырыу үткәрелгән. Уның етәкс. а.х. про­дукцияһының үҙҡиммәтен иҫәпләп сығарыу методикаһы эшләнгән. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1948), “Почёт Билдәһе” (1944, 1957) орд. м‑н бүләкләнгән. 62 фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Себестоимость зерна в зерносовхозах Башкирии. Уфа, 1932; Организация отгонного животноводства в Башкирии. Уфа, 1956.

Тәрж. А.Н.Күсеев