ХӘМЗИН Ғәли Ғәббәс улы (12.6.1950, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Ҡоҙғон‑Әхмәр а.—15.11.2010, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), йырсы (лирик тенор). БАССР‑ҙың халыҡ (1989) һәм атҡ. (1986) артисы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1981; М.С.Алкин класы) 2009 й. тиклем Башҡорт филармонияһы солисы, бер үк ваҡытта 2000 й. тиклем “Йәдкәр” фольклор ансамбленең художество етәксеһе. Матур бәрхәт тембрлы үҙенсәлекле тауышҡа, юғары оҫталыҡҡа, сағыу музыкаллеккә эйә булған; йырлауы тәьҫирлелек м‑н айырылып торған. Башҡорт халыҡ йырҙа­рын башҡарыу традицияларын дауам итеүсе.Х.юғары вокаль оҫталығы“Арғужа”, “Зәйнулла”, “Ҡаһым түрә”, “Любизар”, “Сибай”, “Тәфтиләү”, “Уралым” (Салауат Юлаев шиғырына),“Хәйрүләкәй” һ.б. башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарғанда сағыла. Репертуарында ш. уҡ А.Х.Ғабдрахманов, Р.Х.Ғәзизов, Н.Ә.Дауытов, З.Ғ.Исмәғилев, А.М.Ҡобағошов, Р.М. Хәсәнов, Х.Ф.Әхмәтов һ.б. йырҙары һәм романстары;сит ил һәм ватан операларынан ариялар бар. СССР, Рәсәй буйлап һәм сит илдәрҙә (Австралия, АҠШ, Дания, Испания, Канада һ.б.) гастролдәрҙә булған. Бөтә Рәсәй халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы лауреаты (Краснодар ҡ.); Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (Мәскәү, икеһе лә — 1985), “Берҙәмлек” Халыҡ‑ара фольклор фестивале (Өфө, 1993) дипломанты. БР‑ҙың Салауат Юлаев ис.Дәүләт пр.лауреаты (1997).

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова