ХӘЛФИНА Аида Әнүәр ҡыҙы (11.8. 1941, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Ильинка приискыһы ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Ильинка а.), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2003), проф. (2004). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2000). СДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1964) шунда уҡ, 1966—2010 йй. БДУ‑ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге конденсирланған мө­хиттәр физикаһына арналған. Х. тарафынан магнит, магнит‑электрик һәм ҡайталыусанлыҡ үҙсәнлектәре булған материалдар тикшерелә, электр, магнит һәм ҡайталыусан ҡырҙар тәь­ҫире аҫтында ферро‑һәм антиферромагнетиктарҙың домен структураһы м‑н идара итеү механизмдары асыҡлана. Тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләре микро‑һәм наноэлектроникала магнитлы мәғлүмәт йөрөткөстәрҙе уйлап сығарыуҙа ҡулланыла. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Магнитные фазы и структура доменных стенок в антиферромагнетиках типа Cr2О3 //Физика металлов и металловедение. 2003. Т.95. №2 (авторҙ.); Авторезонанс в плас­тине ферромагнетика с плоскопараллельной периодической доменной структурой Известия Российской Академии наук. Серия физическая. 2008. Т.72. №10 (авторҙ.).

Р.М.Вәхитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов