ЯНҒАНТАУ, Салауат р‑нындағы ауыл, Янғантау а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 17 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнс. табан 46 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. – 245 кеше; 1989 – 677; 2002 – 1086; 2010 — 1017 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Халҡы “Янғантау” шифаханаһында эшләй. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәсет, музей бар.

Ауылға 1937 й. Малаяҙ районында Янғантау курорты ойошторолоуға бәйле Янғантау курорты ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 50‑се йй. аҙағынан Янғантау шифаханаһы ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алынған. 2005 й. хәҙ. статусын ала, 2007 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә. Ауыл эргәһендәге Янғантау тауы, Ҡорғаҙаҡ сығанағы – тәбиғәт ҡомартҡылары.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов