ХӘЛИУЛЛИН Айрат Нәсибулла улы (16.5.1934, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Имәнкүпер а. — 11.7.2000, Өфө), Соц. Хеҙмәт Геройы (1964). 1950 й. алып “Башзападнефтеразведка” (Октябрьский ҡ.) тресының транспорт контораһында слесарь. 1952 й. башлап “Востокнефтепроводстрой” тресының 2‑се һәм 3‑сө төҙөлөш идаралығында: бригадир, 1962 й. алып механика колоннаһы нач., 1967 й. — участка нач., 1979—93 йй. 3‑сө төҙөлөш идаралығы нач. урынбаҫары. Х. ҡатнашлығында Ҡалтасы—Языков—Ишембай, Түб. Варта—Ҡурған—Куйбышев, Туймазы—Өфө, Туймазы—Омск, Усть‑Балык—Ҡур­ған—Өфө—Әлмәт, Усть‑Балык—Омск һ.б. нефть үткәргестәре; Бохара—Урал, Вуктыл— Ухта—Торжок, Мокроус—Тольятти, Шкапов—Салауат—Ишембай—Белорет— Магнитогорск, Надым—Пунга һ.б. магистраль газ торбалары участкалары төҙөлгән. Ленин (1964), “Почёт Билдәһе” (1960) орд. м‑н бүләкләнгән.

Ғ.Ғәрхетдинов

Тәрж. А.Н.Күсеев