ХӘЛИТОВ Рәйес Йосоп улы (4.11. 1934, Өфө — 14.9.2008, шунда уҡ), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (1995). Рәссамдар союзы ағзаһы (1968). П.П.Беньков ис. Ташкент художе­ство уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1958) Өфөлә йәшәй һәм эшләй. Х. рәсем сәнғәтенә акад. реализм традицияларына тартылыу хас: “М.Ш. Хоҙайбирҙина портреты” (1958) йөкмәткеле образ хәл ителеше, колорит матурлығы м‑н айырылып тора. Һуңыраҡ уның ижадында төҫтәр шәлкеменең наҡыҫлығы, фронталь һәм монументаль композиция хас булған “ҡырыҫ стиль” һыҙаттары күҙәтелә (“Доброволецтар”, 1967; “Хеҙмәт еңеүе”, 1979). 1970 йй. башлап портреттарында һәм пейзаждарында декоратив колоритҡа тартылған башҡорт рәсем сәнғәте мәктәбенең йоғонтоһо һиҙелә (“Умартасы Г.Шәрипов портреты”, 1973; “Һауынсы А.Ғибәҙуллина”, 1975; “Көньяҡ Урал”, 1972; “Алтын битләүҙәр”, 1977). Ижадында акварель ҙур урын алып тора; эштәрендә тығыҙ буяу алымдарын ҡул­ланған. Төп темаларының береһе — Бөйөк Ватан һуғышы: “Ерҙәге тормош хаҡына” (1974), “Ауыр ваҡыт” (1987) һ.б. “Ваҡыт. Әсәй менән автопортрет”, “Колхоз кафеһы”, “Төшкө аш” әҫәрҙәрендә (бөтәһе лә — 1974) фәлс., жанр башланғыстарын һүрәтләү тәьҫирлелеге м‑н берләштергән. Монументаль сәнғәт өлкәһендә эшләгән. 1962 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡат­нашҡан. Шәхси күргәҙмәһе — Өфө (2009).Эштәре БДХМ, Өфө һынлы сәнғәт галереяһы (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары) коллекцияларында, Рәсәйҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

В.М.Сорокина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова