ХӘЛИМОВ Андалис Ғариф улы (26.10.1941, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Яңы Балаҡ а.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1997), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2017), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2001). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1969) шунда уҡ эшләй (1985 й. тиклем Салауат филиалында), бер үк ваҡытта 1999 й. алып “Технология, экспертиза һәм ышаныслылыҡ” ғилми‑техник үҙәгендә (Өфө) ген. директор. Фәнни‑ғәмәли эшмәкәрлеге нефть һәм газ химияһы ҡорамалдарын, газ бүлеү һәм газ м‑н тәьмин итеү системаларын эшләү, ремонтлау, диагностикалау технологияларын камиллаштырыу һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү м‑н бәйле. Х. тарафынан мартенсит класлы эҫегә сыҙамлы хром‑молибден ҡоростарынан нефтехимия аппараттарын иретеп йәбештереү һәм термик эшкәртеүҙең технологиялары һ.б. эшләнә. Х. етәкс. ҡорамалдарға һәм технологик үткәргес торбаларға техник диагностика һәм экспертиза үткәрелә. 220‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Технологическое обеспечение безопасности нефтегазохимического оборудования. Уфа, 2005 (авторҙ.); Работоспособность сварного оборудования из жаропрочных хромистых сталей. СПб., 2008 (авторҙ.); Техническая диагностика и оценка ресурса нефтегазохимического оборудования. СПб., 2012 (авторҙ.).

Р.Ғ.Ризуанов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов