БАТАНОВ Николай Яковлевич (16.9.1916, Һамар губ. Боғорослан өйәҙе Берёзовка а. — 13.3.1983, Өфө), совет партия-дәүләт эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1957). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ырымбур пед. ин‑тын тамамлаған (1936). 1946 й. алып КПСС‑тың Боҙаяҙ район ком‑тының 2‑се секретары, 1952 й. — Хәйбулла һәм 1962 й. — Ҡырмыҫҡалы район ком‑ттарының 1‑се секретары. 1972—79 йй. КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑тының партия комиссияһы рәйесе. Б. эшләгән осорҙа Хәйбулла р‑нында 77 мең га сиҙәм ер үҙләштерелә, 3 совхоз ойошторола; Ҡырмыҫҡалы р‑нында бөртөклөләр уңдырышлылығы уртаса — 2,1 тапҡырға, шәкәр сөгөлдөрө — 1,5, картуф — 1,2; һыйыр малы һаны — 32%‑ҡа, сусҡа — 17, һарыҡ 28%‑ҡа арта. РСФСР ЮС‑ының — 5‑се, БАССР ЮС‑ының 4—9‑сы саҡырылыш депутаты. Ленин (1957), Окт. Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1965), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945), “Почёт Билдәһе” (1976) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғәримова

Тәрж. Г.А.Миһранова 

Текст на русском языке