ХӘЛИЛОВ Рөстәм Радик улы (10.12. 1979, Ишембай ҡ.), спортсы. Хәҙерге бишбәйге б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2000). ӨДАТУ‑ны тамамлаған (2003). Хәҙ. бишбәйге б‑са респ. СДЮСШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры А.М.Уткин). Үҫмер спортсылар араһында шәхси зачётта донъя һәм Европа чемпионаттарының көмөш призёры, команда зачётында донъя һәм Европа чемп., эстафетала Европа чемп. (бөтәһе лә — 2000). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2000).

Тәрж. М.Н.Моратшина