БАТАЛОВА Рима Аҡбирҙе ҡыҙы [1.1.1964, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Саҡты а. (БР‑ҙың Шаран р‑ны)], спортсы. Еңел атлетика б‑са СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1989), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (1992). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). Урал физик культура акад. тамамлаған (1996). “Спартак”ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры П.З.Буйлов).1990—2011 йй. Юғары спорт оҫталығы мәктәбендә күнекмәләр ала (тренеры Г.И.Алексеев).100, 200, 400, 800, 1500, 3000, 5000 м дистанцияға йүгереү б‑са Паралимпия уйындары чемп. (13 тапҡыр; 1988, 1992, 1996, 2000, 2004, 2008), көмөш (1992, 2004) һәм бронза (1988, 2004) призёры; 18 тапҡыр донъя чемп.; 43 тапҡыр Европа чемп.; күп тапҡыр СССР, Рәсәй чемп.; күреү б-са спортсы-инвалидтар араһында 18 тапҡыр донъя рекордсыһы. СССР (1981 й. алып), БДБ (1992 й. алып), Рәсәй (1993—2011) йыйылма командалары ағзаһы. РФ Дәүләт думаһының 6—7-се саҡырылыш депутаты. “Шәхси батырлыҡ өсөн” (1992), 4‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2002), Почёт (1996), Дуҫлыҡ (2006, 2010), “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2000), Салауат Юлаев (2004) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика