ХӘЛИЛОВ Леонард Мөхип улы (1.1. 1951, БАССР‑ҙың Салауат р‑ны Иҫке Михайловка а.,хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Малаяҙ а.), физик‑химик. Химия ф. д‑ры (1991), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2011). БДУ‑ны тамамлаған (1972). 1974 й. алып Органик химия ин‑тында эшләй (1981 й. – өлкән ғилми хеҙм‑р). 1993 й. башлап Нефтехимия һәм катализ ин‑тында лаб. мөдире, бер үк ваҡытта 2002 й. алып БДПУ‑ла һәм ӨДНТУ‑ла уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре ядро‑магнит резонансы спектроскопияһы һәм рентген дифрактометрияһы ысулдары м‑н ор­ганик берләшмәләрҙе структур тикшереүгә арналған. Х. тарафынан хираль системалар теорияһы эшләнә, хираль үҙәктәре, күсәрҙәре, яҫылыҡтары булған гликозидтар, пиретроидтар, простаноидтар, органик сульфидтар, терпендар һ.б. берләшмәләрҙең ядро‑магнит резонансы спектрҙарында диастереомер эффекттар (диастереомерҙар парында бер типтағы ядроларҙың төрлө магнит әйләнмәһе) табыла; шайтан текәне, һыйыр теле үләндәренән алынған берләшмәләр структураһы; цирконийлы комплекслы катализаторҙар булғанда олефиндарҙың алюминорганик берләшмәләр м‑н каталитик реакциялары механизмы асыҡлана. 170‑тән ашыу фәнни хеҙмәт, 30 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Экдистероиды и их аналоги на основе химических трансформаций 20‑гидроксиэкдизона. Уфа, 2016 (авторҙ.).

Г.Л.Шәрипов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов