БАТАЛИН Юрий Петрович [28.7.1927, БАССР‑ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны Ҡалҡан а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) — 22.7.2013, Мәскәү], дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. Техник ф. канд. (1983), проф. (1990). С.М.Киров ис. Урал политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1950) төҙөлөш идаралығы прорабы, өлкән прорабы, баш инженеры һәм 1957 й. алып “Башуглеразрезстрой” тресы баш инженеры, 1958 й. — “Башнефтепромстрой” тресы баш инженеры, 1962 й. — идарасыһы, 1965 й. — “Главтюменьнефтегазстрой” идаралығы баш инженеры һәм нач. 1‑се урынбаҫары. 1970 й. башлап СССР газ сәнәғәтенең министр урынбаҫары, 1972 й. — нефть һәм газ сәнәғәте пр‑тиелары төҙөлөшө министрының беренсе урынбаҫары, 1983 й. — СССР‑ҙың Хеҙмәт һәм соц. һорауҙар б‑са дәүләт ком‑ты рәйесе, 1985 й. — СССР МС‑ының капиталь төҙөлөш б‑са рәйес урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1986 й. алып СССР МС‑ының Төҙөлөш эштәре б‑са дәүләт ком‑ты рәйесе, 1989 й. — СССР МС‑ының Төҙөлөш эштәре б‑са дәүләт ком‑ты төҙөүселәренең квалификацияһын күтәреү ин‑ты уҡытыусыһы, 1990 й. — Рәсәй инженерҙар акад. вице-президенты, бер үк ваҡытта 1995 й. башлап “Стройтрансгаз” ААЙ президентының өлкән кәңәшсеһе, 2002 й. — Рәсәй нефть һәм газ тармағы төҙөүселәре союзы президенты (бөтәһе лә — Мәскәү). ТЭЦ, күмер разрезы, Күмертау ҡ. һоро күмерҙе брикетлау б‑са ф‑ка төҙөлөшө (1950—58), Арлан нефть ятҡылығын төҙөкләндереү, респ. сәнәғәт объекттарын һалыу, Нефтекама ҡ. төҙөлөшө м‑н етәкселек итә (1958—65); Көнбайыш Себер нефть һәм газ комплексын төҙөү һәм үҫтереүҙә ҡатнаша (1965—80). Илдең газ сәнәғәтен һәм берҙәм газ транспортлау һәм нефть үткәргес системаһын барлыҡҡа килтереүгә өлөш индерә; төҙөлөштөң комплектлы-блоклы технологияһын эшләү һәм индереүгә етәкселек итә (1980). Чернобыль фажиғәһе (АЭС‑тың 4‑се блогындағы саркофагты проектлау һәм төҙөү, 1986), Әрмәнстанда ер тетрәү (1988) эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаша. “Потенциал” ж. баш мөхәррире (1990). 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. СССР ЮС‑ының 11‑се саҡырылыш депутаты. Ленин пр. (1980), СССР МС‑ы пр. (1974), И.М.Губкин ис. пр. (1974, 1978), Фритьоф Нансен ис. Халыҡ-ара пр. (1989) лауреаты. Ленин (1973, 1987), Александр Невский (2007), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1967, 1971, 1977), “Почёт Билдәһе” (1957), Дуҫлыҡ (1999) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Организация строительства магистральных трубопроводов. М., 1980; Индустриализация строительства объектов нефтяной и газовой промышленности. М., 1985; Справочник по комплектно‑блочному методу строительства. М., 1986.

П.И.Пирожок

Тәрж. Г.А.Миһранова 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика