ХӘЛИЛ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Иҫке Аҡбүләк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 21 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 72 км алыҫлыҡта Байҡы й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 418 кеше; 1920 — 499; 1939 — 254; 1959 — 256; 1989 — 227; 2002 — 221; 2010 — 224 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға Себер даруғаһы Һунлар улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1765 й. алып билдәле. Улус старшинаһы Хәлил Яҡупов исеме м‑н аталған. 1795 й. 15 йортта 86 кеше йә­шәгән, 1865 й. 56 йортта — 358 кеше. Малс‑ҡ,игенселек, умарт‑ҡ, балта эше м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет (1820 й. төҙөлгән), һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ 2 бакалея кибете, мөгәзәй тер­кәлгән.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев