ХӘКИМОВТАР, сауҙагәрҙәр. Абдуллатип Әбделхәким улы Х., 2‑се гильдия сауҙагәре. Бөгөлмә, Өфө ҡҡ. һәм Бөрөөйәҙенең Дүртөйлө а. магазиндары һәм кибеттәре булған, һуң­ғыһында ярма тартыусы пар тирмәне урынлашҡан. Икмәк,мануфактура һәм бакалея тауарҙары м‑н сауҙа иткән (йыллыҡ әйләнеше 300 мең һум). Бөгөлмәлә – 3, Өфөлә 2 йорт, Бөрө өйә­ҙендә (700 дисәтинә) һәм Бөгөлмә өйәҙендә (350 дисәтинә) ер биләмәләренең хужаһы була. 1906—08 йй. Өфөлә Бекетов (хәҙ. М.Кәрим) урамында ике манаралы мәсет төҙөүгә (унда мосолман мәктәбе асыла; ҡара: Хәким йәмиғ мәсете); “Ғәлиә” мәҙрәсәһен ҡарауға, “Әл‑Ғәләми әл‑Ислами” (“Мосолман донъяһы”; Өфө,1906—07) гәз. нәшер итеүгә аҡса бирә. 1898 й. Өфө ҡ. Фәҡир мосолмандар попечителлеге советын ойоштороусыларҙың береһе һәм уның ағзаһы. “Рәсәй Ҡыҙыл Тәреһе” йәмғиәтенең Өфө губерна идаралығы ағзаһы. Өфө ҡ. нәҫелдән килгән почётлы гражданы. Уның улдарынан иң билдәлеһе Мөхәмәтнәжип Абдуллатип улы Х. (1868—?), 1‑се гильдия сауҙагәре. Өфөлә мануфактура һәм аҙыҡ‑түлек магазиндары булған (йыллыҡ әйләнеше 1 млн һумдан ашыу). 20 б. башында Өфө губернаһында иң эре иген м‑н сауҙа итеүселәрҙең береһе. 1908—16 йй. Өфө ҡала думаһы (ҡара: Ҡала думалары) депутаты, 1908 й. алыпСебер сауҙа банкыһының иҫәп‑ссудаком‑ты, 1910й.–Урыҫ тышҡы сауҙа банкыһы, 1913 й. башлап Коммерция училищеһының Попечителлек советы ағзаһы, 1915 й. – Өфө фәҡир мосолмандарҙың хәйриә йәмғиәте рәйесе. Өфө сауҙагәрҙәренән Милләт мәжлесенә делегат итеп һайлана, Милли идара финанстар назараты составына инә.

С.Х.Хәкимов

Тәрж. М.Х.Хужин