ХӘКИМОВ К. МУЗЕЙЫ, Бишбүләк р‑нының Музейҙар берекмәһе филиалы. Шул уҡ райондың Дүсән а. урынлашҡан. 1979 й. К.Хәкимовтың тарихи‑революцион музейы булараҡ ойошторола (2006 й. тиклем Милли музей филиалы), 2006 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 2008 й. хәҙ. статусын ала. Музей фондында 900‑ҙән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. К.Ә.Хәкимовтың шәхси әйберҙәре (мандолина, төрөпкә, юл һандығы һ.б.), тормошо һәм эшмәкәрлеге т‑да фото‑ һәм документаль материалдар, бар. 3 залда урынлашҡан экспозиция Хәкимовтың ба­лалыҡ һәм йәшлек йылдарына, Ирандағы, Йемендәге, Сәғүд Ғәрәбстанындағы дипломатик эшмәкәрлегенә арналған бүлектәрҙән тора. Музейҙа һәм уның терр‑яһында Хәкимовтың бюстары (скульпторҙары Р.Сөләймәнов, А.П.Шутов) ҡуйылған. Дипломаттың хәтер кисә­ләре, викториналар, тасуири уҡыу конкурстары һ.б. үткәрелә.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов