ХӘКИМОВ Әбүбәкер Һаҙый улы [13.8.1926, Урал өлк. Араҡай а. (Свердловск өлк.) — 3.10.2003, Өфө], иҡтисадсы. Иҡт. ф. канд. (1965). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1980). КПСС‑тың Свердловск өлкә ком‑ты эргәһендәге 3 йыллыҡ өлкә партия мәктәбен (1955), КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен (Мәскәү, 1959) тамамлаған. 1942 й. алып Сверд­ловск өлк. эшләй (1955 й. башлап партия эшендә). 1964—96 йй. ӨДНТУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалында: 1966 й. алып декан урынбаҫары, 1967—82 йй. декан, 1983—86 йй. директор. Фәнни эшмәкәрлеге иҡт. теорияһы, производствоға идара итеү, производство фондтарын, эш ваҡытын файҙаланыу һ.б. проблемаларға арналған. 40‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Тәрж. А.Н.Күсеев