БАТАЙ Жан (19.1.1939, Монлюсон ҡ., Франция), инженер-механик. БР ФА‑ның сит ил ағзаһы (1998). Физика ф. д‑ры (1968), проф. (1978). Юғары астронавтика һәм йыһанды өйрәнеү милли мәктәбен (Париж, 1961), Париж ун‑тын (1962) тамамлаған. 1961—70 йй. Милли фәнни тикшеренеүҙәр үҙәге (Париж) хеҙм‑ре, 1970 й. алып Амьен ун‑тының адъюнкт-проф., 1971 й. башлап Лион ун‑тында уҡыта, 1990 й. — проф., 1985—90 йй. Милли фәнни тикшеренеүҙәр үҙәгенең (Лион ҡ.) лаб. директоры. Фәнни эшмәкәрлеге тауыштан тиҙерәк сиктәш ҡатламдар, күҙәнәкле мөхиттәр, һирәгәйтелгән газдар динамикаһы, юғары ағыусанлыҡлы гелий гидродинамикаһы, атмосфера акустикаһы, тотош мөхиттәр термодинамикаһы, күп фазалы ағымдар проблемаларын өйрәнеүгә арналған. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Франция ФА‑ның Э.А.Брюн ис. пр. лауреаты (1988). “Пальма ботағы” орд. м‑н бүләкләнгән (1989).

А.П.Маслова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика