ХӘКИМОВ Флүс Мәғсүм улы (5.1. 1941,Өфө),инженер‑электрик. ӨАИ‑нытамамлаған (1973). 1958 й. алып “Сталинуголь” тресының 2‑се шахтаһында (Углеуральск ҡ.), 1959 й. – 3‑сө төҙө­лөш тресында (Өфө), 1960 й. – “Продмонтаж” тресының Өфө монтаж идаралығында эшләй. 1965—2009 йй. (өҙөклөк м‑н) ӨМЭПБ‑ла: слесарь‑электромонтажсы, 1965 й. алып һәм 2008 й. – инженер‑конструктор, 2007 й. – электромонтёр. 1995 й. башлап Башҡ‑н троллейбус з‑дында: инженер‑технолог, 2000 й. алып төп инженер‑конструктор. Х. ҡатнашлығында энергия һаҡлаусы приводы булған троллейбустар һәм БТЗ‑52761 моделе уйлап сығарыла һәм производствоға индерелә. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (2005).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов