ХӘЙРУЛЛИНА Рәйсә Хәниф ҡыҙы (17.5.1953, Өфө), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1998), проф. (1999). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2006), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2011). Журналистар союзы ағзаһы (2008). Х.Кәримдең ҡыҙы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) БДПУ‑ла эшләй: 1985 й. сент. алып филол. ф‑тында декан урынбаҫа­ры,1985 й.дек.—89 йй.декан,1997 й. башлап урыҫ теле каф.мөдире,2001 й. алып уҡытыу‑тәрбиә эштәре б‑са, 2006—11 йй. соц. һәм тәрбиә эштәре б‑са проректор. Фәнни эшмәкәрлеге урыҫ теленең лексикологияһына, фразеологияһына, лингвокультурологияға, лингвофилософияға һәм донъяның тел картинаһына, төрлө структуралы телдәрҙе сағыштырып өйрәнеүгә; урыҫ телен уҡытыу методикаһына арналған. “Донъяның фразеологик картинаһы: донъяны күреүҙән аңлауға тиклем” (“Фразеологическая картина мира: от мировидения к миропониманию”; 2000) монографияһында урыҫ һәм башҡорт фразеологизмдарын тематик‑идеографик систематика юлы м‑н тасуирлап, донъя тел картинаһының теоретик проблемаларын тикшерә. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. уҡ һүҙлектәр, дәреслектәр һәм уҡытыу‑методик әсбаптар авторы.

Хеҙм.: Картина мира в русской фразеологии (в сопоставлении с башкирскими параллелями). Москва, 1996; Лингвофилософия: особенности национального языкового сознания. Уфа, 2012; Художественный текст как объект лингвокультурологического исследования: контрастивный аспект. Уфа, 2017 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов