ХӘЙРУЛЛИНА Рәйсә Мәсғүт ҡыҙы (26.11.1949, Октябрьский ҡ.), иммунолог. Мед. ф. д‑ры (1999), проф. (2007). БР‑ҙың атҡ. табибы (2005). БДМИ‑ны тамамлаған (1973). 1974 й. алып Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ‑нда (1985 й. – өлкән ғилми хеҙм‑р һәм иммунология лаб. мөдире), 1992 й. — Өфөнөң 8‑се дауаханаһында иммунология һәм клиник иммунология лаб. мөдире. 1995 й. башлап Респ. балалар клиник дауаханаһында эшләй: клиник иммунология бүлеге м‑н иммунология лаб. мөдире, бер үк ваҡытта 1996 й. алып Респ. балалар иммуноаллергология үҙәге етәксеһе. Фәнни эшмәкәрлеге респ. халҡын иммунологик йәһәттән реабилитациялау принциптарын эшләүгә һәм балаларға махсус иммунологик ярҙам ойоштороуға бәйле. Х. ҡатнашлығында организмдың аллергендарға ҡарата юғары һиҙгерлеген билдәләү, киҫкен лейкоздарҙың барышын прогнозлау, хроник гломерулонефриттар булған балаларҙа цитостатик терапияның һөҙөмтәлелеген билдәләү ысулдары эшләнә. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Иммунодиагностика и иммунокоррекция в педиатрической практике. Уфа, 1998 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина