ХӘЙРУЛЛИНА Миңзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы (13.10.1961, БАССР‑ҙың Әлшәй р‑ны Ҡыпсаҡ‑Асҡар а.), актриса. БР‑ҙың халыҡ (2004) һәм атҡ. (1992) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1990). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1983; Р.В.Исрафилов курсы) БАДТ актрисаһы.

Комедия актрисаһы, эпизод оҫтаһы. Ролдәре көслө тәьҫирлелек, халыҡсан юмор һәм уйын тәбиғилеге м‑н айырылып тора: Сажиҙә (“Диләфрүзгә дүрт кейәү”, Т.Ғ.Миңнуллин), Фатима (“Көнләш, Америка, көнләш!”, С.Й.Латипов, Х.Ғ.Фәтихова), Рәмзиә Булат ҡыҙы (“Законлы никах менән!”, Ә.Ҡ.Атнабаев), Мәхмүзә (“Ҡоҙаса”, Б.Бикбай, З.Ғ.Исмәғилев) һ.б. Актриса репертуарында ш. уҡ драматик ролдәр бар: Наташа (“Апалы‑һеңлеле өсәү”, А.П.Чехов), Нина (“Өлкән улым”, А.В.Вампилов), Миләүшә (“Миләш‑Миләүшә”, Н.Асанбаев).

Т.Д.Бабичева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова