ХӘЙРУЛЛИН Рәмил Мәғзинур улы (30.8.1962, БАССР‑ҙың Нуриман р‑ны Красивая Поляна а.), үҫемлектәр физиологы, биохимик. Биол. ф. д‑ры (2002),проф.(2004). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2005). Рад. М.Хәйруллиндың ҡустыһы. БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1984) шунда уҡ эшләй. 1989 й. алып (өҙөклөк м‑н) Биология һәм генетика ин‑тында: 1994 й. башлап лаб.мөдире, 2010 й. — дир. урынбаҫары, 2013 й. — баш ғилми хеҙм‑р. 2002–10 йй. БДАУ‑ҙың фәнни белем биреү үҙәге мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге үҫемлектәрҙең фитопатогендарға иммунитеты һәм тотороҡлолоғо проблемаларына; эндофит микроорганизмдарҙың физиологияһына, биохимияһына һәм экологияһына арналған. Х. тарафынан үҫемлектәрҙең инфекцион ауырыуҙарға һәм абиотик стрестарға тотороҡлолоғонда үҫемлек лектиндарының ҡатнашлығы; пероксидазалар изоферменттарының хитин м‑н үҙенсәлекле бәйләнеү һәләте өйрә­нелә, бойҙайҙы бәшмәк инфекцияһынан һаҡлауҙа ошо аҡһымдарҙың роле асыҡлана, оксалатоксидазалар ҡатнашлығында фенолдарҙың окисланыу активлығын билдәләү, үҫемлектәр етештергән водород перекисы һ.б. кимәлен хемилюминесцент анализлау ысулдары тәҡдим ителә, тәүге тапҡыр хитоолигосахаридтарҙың үҫеш көйләү активлығы механиздары һәм уларҙың бал ҡорттары иммунитетына тәьҫир итеүе билдәләнә. Х. ҡатнашлығында биоген ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү технологиялары һәм уларҙы ҡаты фазала ферментациялау өсөн АМКОДОР‑37П маркалы таратыу‑тейәү машинаһы эшләнә. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 8 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: The role of Bassillus bacterium in formation of plant defence: Mechanicsm and reaction //The Handbook of Microbial Bioresources. Wallingford (UK), 2016 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова