ХӘЙРУЛЛИН Наил Ғиндулла улы (10.4.1939, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Иҫке Тәпәреш а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Тәпәреш а., — 19.9.2011, Ҡазан), иҡтисадсы. Иҡт. ф. канд. (1974), проф. (1991). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (2006),РФ‑тың атҡ.юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1998), ТР‑ҙың атҡ. иҡтисадсыһы (1991), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1998). Ҡазан финанс‑иҡт. ин‑тын тамамлағандан һуң (1968) шунда уҡ эшләй: 1990—2007 йй. ректор, бер үк ваҡытта 1981—94 йй. иҡт. анализ һәм аудит каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге хужалыҡ механизмын һәм иҡт. анализ ысулдарын камиллаштырыуға, баҙар мөнәсәбәттәренә күсеү проблемаларына арналған. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Дуҫлыҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1999).

Хеҙм.: Агропромышленный комбинат (объединение): первые шаги, проблемы и перспективы. Казань, 1990; Высшее образование: “вызовы” времени, поиск “ответов”. Казань, 2004.

Тәрж. А.Н.Күсеев