ХӘЙРУЛЛИН Ирек Хәниф улы (10.8. 1938, Үзбәк ССР‑ы Өс Күпрек а.), инженер-­электромеханик. Техник ф. д‑ры (1981), проф. (1983). БР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1991). Иваново энергетика ин‑тын тамамлағандан һуң (1963) 76‑сы почта йәшнигендә эшләй (Куйбышев ҡ.). 1964 й. алып ӨДАТУ‑ла (1983—2000 йй. электромеханика каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге электр машиналары теорияһына арналған. Х. тарафынан йыһан аппараттарының тоташыу механизмдары өсөн аҙ инерциялы магнит‑электр демпферҙары теорияһы, төрлө тәғәйенләнешле электр двигателдәре, электр‑механик энергия үҙ­гәрткестәренең энергия күрһәткестәрен яҡшыртыу алымдары, магнитлы абразив м‑н шымартыу ысулы һ.б. эшләнә. Асыштары БР һәм РФ пр‑тиеларында индерелгән. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 150 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Переходные процессы в электрических машинах: синхронные машины и машины постоянного тока. Уфа, 2006 (авторҙ.); Основы проектирования высокооборотных электромеханических преобразователей энергии с высококоэрцитивными постоянными магни­тами. Уфа, 2016 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов