ХӘЙРУДИНОВ Илдар Рәшит улы (21.4.1946, ТАССР‑ҙың Ципья а.), инженер‑технолог. Химия ф. д‑ры (1990). РФ‑тың (2006) һәм БР‑ҙың (2001) атҡ. фән эшмәкәре, РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. хеҙм‑ре (1995). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте ин‑тын тамамлаған (1969). 1973 й. алып Нефтехимия эшкәртеү ин‑тында эшләй: 1978 й. башлап лаб. мөдире, 1993 й.–башғилми хеҙм‑р, бүлекмөдире; бер үк ваҡытта 1996 й. алып ӨДНТУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге ректификация, асфальтһыҙлаштырыу, кокслаштырыу, термик крекинг процестары ярҙамында нефть химияһын һәм уны эшкәртеү технологияһын тикшереүгә, битумдарҙың, кокстарҙың, пектарҙың, яғыулыҡтарҙың, минераль майҙарҙың яңы производстволарын эшләүгә арналған. Х. ҡатнашлығында РФ‑тың нефть эшкәртеү з‑дтарында 2005 й. ректификация, 2007 й. пропан‑бутан ярҙамында асфальтһыҙлаштырыу, 2012 й. висбрекинг, 2015 й. кокслаштырыу технологиялары производствоға индерелә. 800‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 195 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Современные процессы сольвентной деасфальтизации нефтяных остатков. Уфа, 2011 (авторҙ.); Современное состояние и перспективы развития термических процессов переработки нефтяного сырья. Уфа, 2015 (авторҙ.); Методологические и практические аспекты расчётов процесса ректификации нефтяного сырья. Уфа, 2017 (авторҙ.).

М.М.Әхмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов