ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ, БР‑ҙың көньяҡ‑көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта Баймаҡ р‑ны, көнсығышта һәм көньяҡта — Ырымбур өлк., көнбайышта һәм төньяҡ‑көнба­йышта Ейәнсура һәм Йылайыр р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола (ҡара: Административ район), район составына Йылайыр кантоны улустары индерелә. 1937— 56 йй. Х.р. терр‑яһының бер өлөшө Матрай районы составында була. 1963—65 йй. райондарҙы эреләтеүгә бәйле Х.р. составына Йылайыр р‑ны терр‑яһы инә. Майҙаны — 3912 км2. Адм. үҙәге — Аҡъяр а., Өфөнән көньяҡ‑көнсығышҡа 520 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) төньяҡ‑көнсығышҡа табан 58 км алыҫлыҡта ята. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 23,8; 1959 — 28,7; 1989 — 30,1; 2002 — 33,1; 2018 — 30,8. Милли составы (2002): башҡорттар — 78,1%, урыҫтар — 18,0%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 8,3 кеше/км2. Районда 14 ауыл советы, 57 ауыл торама пункты бар, иң ҙурҙары: Аҡъяр (8,1 мең кеше), Бүребай (4,7 мең), Өфө (1,3 мең) ауылдары.

Район терр‑яһы Йылайыр яйлаһы һәм Урал аръяғы яйлаһы сиктәрендә урынлашҡан. Үҙәк өлөшө Магнитогорск мегасинклинорийында, көнбайыш өлөшө Уралтау зонаһында ята. Х.р. терр‑яһында төҫлө металл (Октябрьский, Подольск баҡыр колчеданы ятҡылығы, Юбилейный баҡыр колчеданы ятҡылығы), тау тоҡомдары сеймалы: кварц (Ҡараян), ҡом‑ҡырсын материалы (Көньяҡ Аҡъяр), төҙөлөш ташы (Тамаҡ) ятҡылыҡтары бар. Климаты киҫкен континенталь, ҡоро. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы – 3,5°С, ғин. уртаса т‑ра – ‑16°С, июлдә — 19,5°С. Абс. макс. т‑ра — 42°С, абс. миним. т‑ра – ‑44°С. Яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары – 350—400 мм, йылы осорҙа – 250—300 мм. Гидрографик селтәрҙе Быҙаулыҡ, Маҡан, Ташлы, Турат ҡушылдыҡтары м‑н Таналыҡ й.; Бараҡал, Йылайыр һ.б. ҡушылдыҡтары м‑н Һаҡмар й.; Оло Урғаҙа й. барлыҡҡа килтерә; Аҡъяр һыуһаҡлағысы, Таналыҡ һыуһаҡлағысы һ.б. бар. Ябай һәм типик ҡара тупраҡ өҫтөнлөк итә, ҡараһыу һоро урман тупрағы осрай. Киң япраҡлы урмандар таралған. Райондың 8,6%‑ын урман ҡаплаған. Хайуандар донъяһы дала һәм урман төрҙәренән тора. Шайтантау тауы, Юлбарыҫ а. эргәһендәге оло ҡарағас, Маҡан һәм Таналыҡ йй.үҙәндәре,Таштуғай тауҙары, Попковский күлдәре, Суҡраҡ сейәлеге төбәктәре — тәбиғәт ҡомартҡылары. Шайтантау заказнигы ойошторолған.

2017 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 300,6 мең га (дөйөм майҙандың 76,8%‑ы) тәшкил итә, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 110,6, сабынлыҡтар — 53,0, көтөүлектәр — 136,5; урмандар майҙаны — 46,1, ер өҫтө һыуҙары — 1,7. Район Урал аръяғы дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [3 АХПК, 25 ЯСЙ, 96 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген культуралары, көнбағыш, мал аҙығы культуралары үҫтереүгә, ит‑һөт йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә, сусҡасылыҡҡа, һарыҡсылыҡҡа махсуслаша. Йылҡысылыҡ үҫешкән. Район терр‑яһында “Башинформсвязь” ААЙ‑ның район элемтә узелы, ветеринария станцияһы, урман хужалығы урынлашҡан. “Башкирэнерго” ААЙ‑ның “Башҡортостан—Көнсығыш энергетик тауар һатыу компанияһы” ЯСЙ филиалының Хәйбулла участкаһы; Бүребай тау‑байыҡтырыу комбинаты, “Хәйбулла тау компанияһы” ААЙ, “Башҡорт баҡыры” ЯСЙ‑ның “Хәйбулла” руднигы (Петропавловка а.), “Аҡъяр икмәге” МУП‑ы, 2 ит эшкәртеү, 2 һөт з‑ды, юл ремонтлау‑төҙөү идаралығы, МТС һ.б. эшләй. Район терр‑яһынан Сибай— Аҡъяр, Юлдыбай—Аҡъяр—Һары автомобиль юлдары үтә. Урал иҡтисади төбәгенә инә.

Районда Аҡъяр тау колледжы, 40 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 15‑е урта мәктәп, ш. иҫ. Аҡъяр урта мәктәбе №1 һәм Һамар урта мәктәбе; балалар приюты (Аҡъяр), 27 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, 2 балалар сәнғәт мәктәбе (Аҡъяр, Бүребай), ДЮСШ, ДЮСШ филиалы (Бүребай), Балалар ижады йорто; үҙәк район дауаханаһы, 5 амбулатория, 46 фельдшер‑акушерлыҡ пункты, “Һаҡмар” балалар шифаханаһы; мәҙәниәт йорто, 47 клуб учреждениеһы, 28 китапхана, Хәйбулла музейы; физкультура‑һауыҡтырыу комплексы бар. 11 өлгөлө һәм 16 халыҡ үҙешмәкәр сәнғәт коллективы эшләй. Урыҫ телендә “Хайбуллинский вестник” һәм башҡорт телендә “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәз. нәшер ителә.

И.В.Голубченко, С.Ғ.Курас

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Карта района