ХӘЗИӘХМӘТОВ Фаил Сабирйән улы (14.11.1956, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Үрмәт а.), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (2006), проф. (2007). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2005). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1983) шунда уҡ (өҙөклөктәр м‑н) эшләй: 2006 й. алып хайуандарҙы ашатыу һәм физиология каф. мөдире, 2010 й. — биол.‑технология ф‑ты, 2012—16 йй. биотехнологиялар һәм ветеринария ф‑ты деканы. 1995 й. башлап БР Дәүләт Йыйылышының Вәкилдәр палатаһындағы бүлектә баш белгес, 1997—2000 йй. Өфө хакимиәтендә; 2002— 04 йй. БНИИСХ‑ның «“Алтын Баҫыу” Сауҙа Йорто» ЯСЙ дир., дир. урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге а.х. малдары рационында аҡһымға бай мал аҙыҡтарын файҙаланыу юлы м‑н малсылыҡтың тулы ҡиммәтле мал аҙығы базаһын булдырыу б‑са тикшеренеүҙәргә арналған. Х. ҡатнашлығында юғары продуктлы һөт малдарын ашатыу системаһы эшләнә. 420‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Интенсификация производства свинины при использовании нетрадиционных кормов и добавок. Уфа, 2006; Практическое собаководство. СПб., 2012 (авторҙ.); Рациональное кормление животных. 2‑е изд. СПб., 2017 (авторҙ.).

Тәрж. А.Н.Күсеев