БАЛҠАНТАУ, ҡалдыҡ тау, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Дәүләкән р‑ны Киров а. көньяҡ-көнбайышҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Абс. бейеклеге 319,6 м. Конус рәүешендә. Түбәнге өлөшөндәге битләүҙәре һөҙәк, юғарылары текә. Өҫкө пермдең өфө ярусы (ҡомташ, алевролит, аргиллит, эзбизташ, мергель, мергель балсығы) һәм ҡазан ярусы (йәшкелт һоро ҡомташ, алевролит һәм балсыҡ) тоҡомдарынан ғибәрәт. Ландшафтары болонло далаларҙан, төньяҡ битләүендә ҡайынлыҡтарҙан тора. Үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре осрай: Гельм астрагалы, Коржинский ҡылғаны, шырт еҙүлән, эре тәңкәғуҙаҡ һ.б. Тауға “Заятүләк менән Һыуһылыу” башҡ. эпосының сюжеты бәйле. Исеме “урманлы тау” тигәнде аңлата.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика