ХӘЗИПОВ Рим Хәлит улы (30.1. 1939, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Ҡырмыҫҡалы а.), инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (1995), проф. (2007). БАССР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1987), РФ‑тың почётлы нефтсеһе (2001). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1967) шунда уҡ эшләй. 1977 й. алып Башҡ‑н нефть ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин‑тында: лаб. мөдире, 1985 й.–өлкән ғилми хеҙм‑р. 1986 й. башлап Ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу ҒТИ‑нда: лаб. мөдире, 1993 й. – бүлек мөдире. 1995 й. алып А.П.Крылов ис. Бөтә Рәсәй нефть һәм газ ҒТИ‑ның БР‑ҙағы вәкиллеге, 1999 й. – “Биоцид” ҒПП ЯСЙ (икеһе лә – Өфө) дир., бер үк ваҡытта ИПТЭР‑ҙа баш ғилми хеҙм‑р. Фәнни эшмәкәрлеге нефть промыслаһы химияһына, нефть микробиологияһына, биокоррозиянан һаҡлауҙа химик саралар булдырыуға арналған. Х. тарафынан микроорганизмдарҙы идентификациялау, химик продукттарҙың биоцид активлығын баһалау, нефтте ҡыҫырыҡлаусы агенттарҙың (өҫкө йөҙҙә актив матдәләр, полимерҙар һ.б.) биотарҡалыуын тикшереү методикалары эшләнә; бактерицидтар, биосыҙамлы составтар булдырыла һәм Волга буйы, Көнбайыш Себер нефть сығарыу сәнәғәте пр‑тиеларына индерелә. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. 124 уйлап табыу, авторы.

Хеҙм.: Повышение нефтеотдачи на Уршакском месторождении биоцидным воздействием Нефтяное хозяйство. 1993. №5 (авторҙ.).

Н.Н.Силищев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов