БАЛКАШИН Николай Васильевич (1805—59), дәүләт эшмәкәре. Действительный статский советник (1846), ген.‑майор (1851). Дворяндарҙан. 1821—45 йй. һәм 1851 й. алып рус армияһында. 1829 й. башлап Ырымбур айырым корпусының штаб нач. адъютанты, 1832 й. — өлкән адъютанты, 1835 й. — Ырымбур хәрби губернаторы адъютанты. 1840—45 йй. Башҡорт‑мишәр ғәскәре командующийы вазифаһын башҡарыусы, 1851—53 йй. командующийы. 1845 й. Һарытау вице‑губернаторы, 1846—51 йй. Ырымбур граждандар губернаторы. 1831—34 йй. Һамар—Стәрлетамаҡ—Верхнеурал сауҙа юлы төҙөлөшөнә етәкселек итә. 4‑се дәрәжә Изге Георгий (1852), 2‑се (1855), 3‑сө (?) һәм 4‑се дәрәжә (1832) Изге Владимир, 1‑се дәрәжә (1853) император тажлы (1854), 2‑се (1842) һәм 4‑се (1824) дәрәжә Изге Анна, 1‑се (1849), 2‑се дәрәжә император тажлы (1840) һәм 3‑сө дәрәжә (1833) Изге Станислав орд. м‑н бүләкләнгән. Балкашин а. (Ҡаҙағстан) уның исеме бирелгән.

Р.Н.Рәхимов, В.Г.Семёнов, В.П.Семёнова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика