ХӘҘЕРГЕ ГУМАНИТАР АКАДЕМИЯ. Мәскәүҙә урынлашҡан. 1994 й. Өфө һәм Октябрьский филиалдары, 1996 й. Стәрлетамаҡ филиалы асыла. Телестудияһы, телелекция залдары, академияның мәғлүмәт‑белем биреү ресурстарына инеү мөмкинлеген тәьмин итеүсе махсус йыһазландырылған уҡыу урындары бар. Уҡытыу (дистанцион) көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә иҡтисад, информатика һәм хисаплау техникаһы, менеджмент, психология, юриспруденция, Өфө филиалында ш. уҡ лингвистика һөнәрҙәре б‑са алып ба­рыла. Өфө филиалы уҡытыусылары араһында 2 фән д‑ры һәм 14 фән канд., Октябрьский филиалында – 1 фән д‑ры һәм 4 фән канд., Стәрлетамаҡ филиалында 5 фән д‑ры һәм 14 фән канд. бар (2010). Өфө филиалында 2,5 меңдән ашыу, Октябрьскийҙа – 900‑гә яҡын, Стәрлетамаҡ филиалында 2,1 меңдән ашыу бакалавр әҙерләнгән. Академияның башҡа филиалдары һәм БР вуздары м‑н хеҙмәттәшлек итә. Өфө филиалы дир.: Н.П.Полатынская (1994 й. алып), И.В.Сергиенко (2001 й. алып); Октябрьский филиалында – Ә.Ғ.Зарипов (1994 й. алып), И.В.Сергиенко (1996 й. алып), Е.Б.Сергиенко (2001 й. алып), В.П.Ульянова (2010 й. алып); Стәрлетамаҡ филиалында – Б.Е.Ермилов (1996 й. алып).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина