ХӘҘЕРГЕ БИШБӘЙГЕ БУЙЫНСА ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ. Өфөлә урынлашҡан. 1969 й. Хәҙ. бишбәйге б‑са ДЮСШ булараҡ ойошторола, 1983 й. алып Хәҙ. бишбәйге б‑са респ. балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервы махсус спорт мәктәбе. Ат спорты һәм хәҙерге бишбәйге бүлектәре эшләй. Мәктәптә 240‑тан ашыу уҡыусы шөғөлләнә, 17 тренер‑уҡытыусы эшләй (2008). Махсус спорт залы (32х16 м), ат спорты манежы (60х30 м), пневматик тиры һ.б. бар. Тәрбиәләнеүселәре араһында И.В.Андреев, И.Р.Баянов, Е.Ю.Гречишникова, Е.В.Зинковский, Р.В.Сабирхужин, С.Т.Солтанова, Р.Р.Хәлилов, О.Н.Шакиров, ш. уҡ 100‑ҙән ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры. Мәктәп м‑н В.С.Голиванов, А.Д.Дулатов, В.М.Зинковский, А.М. Уткин, В.М.Чудновский һ.б. эшмә­кәрлеге бәйле.

В.С.Голиванов

Тәрж. Г.А.Миһранова