БАЛКОВ Владимир Александрович (31.3.1921, Көңгөр ҡ. — 3.9.2009, Өфө), географ-гидролог. Геогр. ф. д‑ры (1966), проф. (1968). Пермь ун‑тын тамамлағандан һуң (1946) Кама басс. йылға юлдары идаралығының йылға үҙәне партияһы нач., 1951 й. алып Пермь ун‑ты уҡытыусыһы, 1969—90 йй. БДУ‑ның физик геогр. һәм ҡоро ер гидрологияһы каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре Урал һәм Урал буйы уртаса һәм ҙур йылғаларының һыу һәм тоҙ баланстары формалашыуына тәбиғи һәм антропоген факторҙарҙың йоғонтоһон тикшереүгә арналған. Б. Башҡортостан һыу ресурстарының торошон, уларҙы файҙаланыу һәм һаҡлау перспективаларын өйрәнә. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Влияние карста на сток рек европейской территории СССР. Л., 1970; Водные ресурсы Башкирии: условия формирования и хозяйственная оценка. Уфа, 1978.

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика