БАҪЫУ, Архангел р‑нындағы ауыл, Баҡалды а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 16 км һәм Приуралье т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 22 км алыҫлыҡта Баҫыу й. (Инйәр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 119 кеше; 1959 — 254; 1989 — 139; 2002 — 152; 2010 — 133 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

20 б. 20‑се йй. Өфө кантонында Баҫыу утарҙары булараҡ нигеҙ һалына (1925 й. 53 йорт иҫәпкә алынған). 50‑се йй. аҙ. ауыл статусын ала, 70‑се йй. башынан хәҙ. исемен йөрөтә.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика