БАҪЫМ, фонетик саралар ярҙамында телмәр берәмектәрен (ижек, һүҙ, һүҙбәйләнеш) айырыу. Һүҙ, такт һәм фраза Б. була. Б. айырым төрө — логик Б. (һөйләмдә мәғәнәүи көскә эйә булған һүҙҙе айырыу). Б. төрлө ысулдар м‑н тормошҡа ашырыла: тын сығарыу көсө м‑н (көс Б., йәки экспираторлы Б.); тауыш тоны юғарылығын үҙгәртеү м‑н (тон Б., йәки муз. Б.); өндө һуҙыу м‑н (һан Б.). Б. морфол. үҙенсәлеге булып күсеүсәнлек йәки билдәләнгәнлек һанала. Б. функциялары: мәғәнә айырыу, сикләү (телмәр ағышында һүҙҙең башын һәм аҙағын билдәләй), берләштереү (һүҙ элементтарын бер бөтөнгә тоташтыра). Һүҙ Б. сингармонизм хас булған телдәрҙә бөтөнләй күҙәтелмәй, сөнки ул Б. барлыҡ функцияларын да үтәй. Башҡорт телендә, башҡа төрки телдәрҙәге кеүек үк, эмфатик (экспрессив) Б. асыҡ сағыла, ул һүҙҙең эмоциональ‑баһалау төҫмөрөн үҙгәртә һәм, уның дәрәжәһенә ҡарап, төрлө ижеккә төшә: “áлдашма” — ғәйепләү, “алдáшма” — өгөтләү, “алдашмá” — бойороу.

Э.Ф.Ишбирҙин

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика