ЯЛЫҠ БЕЙ, башҡорт ҡәбиләләренең береһе булған һарт ырыуы башлығы. 1391 й. Я.б. көнбайыш башҡорттарҙың Аҡһаҡ Тимергәҡаршы көрәшенә етәкселек итә. “Һуңғы һартай” башҡорт хикәйәтенә ярашлы, башҡорттар Аҡһаҡ Тимер ғәскәре м‑н һуғышта еңелә, һарт ырыуы ҡырып бөтөрөлә. Я.б. һәләк булған 2 улы хөрмәтенә Ҡармасан һәм Сәрмәсән йй. аталған.

Әҙәб.: Башкирское народное творчество. Т.2. Предания и легенды. Уфа, 1987.

С.И.Хәмиҙуллин

Тәрж. М.Х.Хужин