ХӘБИРЙӘНОВ Илфир Хәбирйән улы (16.9.1934, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Мәскәү а. — 14.1.2007, Өфө), төҙөүсе. БАССР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1989). 1952—54 йй. һәм 1957 й. алып Куйбышев т. юлының Башҡ‑н бүлексәһе подразделениеларында мейессе‑штукатур булып эшләй. 1964 й. башлап Өфө механика з‑дының слесарь‑йыйыусыһы, 1966—96 йй. ӨПЭПБ ташсыһы.Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһен киңәйтеүҙә һәм техник яҡтан яңынан йыһазландырыуҙа, Өфөлә Спорт һарайын һәм башҡа сәнәғәт һәм соц. тәғәйенләнешле объект­тар төҙөүҙә ҡатнашҡан. СССР МС‑ы пр. лауреаты (1982).

К.Ш.Гәрәева

Тәрж. А.Н.Күсеев