ХӘБИБУЛЛИН Равмер Хәсән улы (10.7.1933, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Саҡмағош а. — 31.8.2011, Өфө), совет партия‑дәүләт эшмәкәре. СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1983). ӨНИ‑не тамамлаған (1961). 1954—55 йй. “Бавлынефть” тресында; 1961 й. алып “Альметьевнефть” НГДУ‑һында эшләй: нефть сығарыу операторы, нефть ҡыуҙырыу инженеры, нефть әҙерләү цехы, ҡатламда баҫымды тотоу цехы нач., НГДУ нач. урынбаҫары. 1970 й. башлап “Татнефть” ПБ‑нда: идаралыҡ нач., көнкүреш б‑са, капиталь төҙөлөш б‑са нач. урынбаҫары, төҙөлөш б‑са ген. дир. урынбаҫары. 1977 й. алып “Пермнефть” ПБ‑нда ген. дир., бер үк ваҡытта Проектлау һәм капиталь төҙөлөш баш идаралығы нач., СССР Нефть сәнәғәте министрлығы коллегияһы ағзаһы. 1987—90 йй. КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑тының 1‑се секретары. СССР ЮС‑ының 11—12‑се, БАССР ЮС‑ының 12‑се саҡырылыш депутаты. Окт. Революцияһы (1986), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1977), “Почёт Билдәһе” (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. М.Х.Хужин