ХӘБИБУЛЛИН Заятүләк Әмир улы (9.7.1939, БАССР‑ҙың Бәләбәй р‑ны Атбаҫар ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Аҡбаҫар а.,—1.12.1999, Өфө), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1988), проф. (1990). РФ‑тың почётлы нефтсеһе (1998). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1967) шунда уҡ эшләй: 1970 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1988—95 йй. баш ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта 1990 й. башлап газ һәм газ конденсаты ятҡылыҡтарын үҙләштереү һәм эксплуатациялау каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге нефть һәм газ ҡатламдары физикаһына, ҡатмарлы шарттарҙа нефть сығарыу технологияларына арналған. Х. тарафынан ҡатлам шарттарында нефттең аномаль ҡуйылыҡ үҙсәнлектәре тикшерелгән, гидродинамик ысулдарҙы, өҫкө йөҙҙә актив матдәләр, углерод диоксиды, эреткестәр нигеҙендәге химик реагенттарҙы ҡулланып, ш. уҡ ҡатламдарға термик һыу ебәреү юлы м‑н ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу алымдары эшләнгән. 190‑дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 10 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Аномальные нефти. М.,1975 (авторҙ.).

А.Р.Хафизов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов