ХӘБИБРАХМАНОВ Хәниф Мирзаһит улы (12.11.1948, БАССР‑ҙың Краснокама р‑ны Шушнур а.), скульптор. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2006). Рәссамдар союзы ағзаһы (1982). Юғары художество‑сәнәғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1978; педагогтары А.А. Мельник, Л.М.Олещенко) 1984 й. тиклем БДПИ‑ла уҡыта.

80‑се йй. классик портреттар һәм фигуралар, предметтар мөхите булған күләмле композициялар ижад итә: “Скульптор М.Р.Габе портреты” (ағас), “Переславль ҡыҙы Оля” (эзбизташ), “Гобелен эшләүселәр” (металл). 90‑сы йй. реалистик формалары үҙгәрә, художестволы образды сағылдырыуҙа драматизмды көсәйтә: “Е.Клеймёнов иҫтәлегенә”, “Р.Нуриевҡа бағышлама”, “Н.Латфуллин иҫтәлегенә” (бөтәһе лә — металл); лирик ҡатын‑ҡыҙ образдарын яһай: “Ҡыҙ‑ҡурай” (алюмин), “Һөйөмбикә” (бронза). Монументаль сәнғәт өлкәһендә байтаҡ эштәр ижад итә: һәләк булған янғын һүндереүселәргә (1988), Салауат Юлаевҡа (1993—2000), З.Ғ.Исмәғилевкә (2008) һәйкәлдәр, М.Ғ.Гәрәевкә һәйкәл‑бюст (1999), “Нур” театры бинаһындағы композициялар (2002—03; бөтәһе лә — Өфө), Салауат Юлаев музейы терр‑яһында 6 фигуранан торған скульптура комплексы (1988—91) һ.б. 1978 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәһе — Өфө (2009). Эштәре БДХМ‑да, “Мираҫ” картиналар галереяһында (Нефтекама ҡ.; ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары) һаҡлана. “Башҡортостан Республикаһының һынлы сәнғәте” күргәҙмә‑конкурсы лауреаты(Өфө, 2008). БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. лауреаты (1992).

Әҙәб.: Багуманов А.И., Фаизова Ф.А. Лауреаты премии имени Салавата Юлаева: ст.‑зарисовки о творчестве. Уфа, 1999; Пространство и форма. Выставка современной российской скульптуры: каталог /сост. И.Н.Оськина. Уфа, 2006.

Ф.М.Миңлеғолова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова