БАЛЕТ ҒИЛЕМЕ, балет т‑дағы фән, үҙ эсенә хореография теорияһын, тарихын һәм балет тәнҡитен ала.

Башҡортостанда балет ғилеме проф. муз.-театр сәнғәте м‑н бер осорҙа барлыҡҡа килә һәм, нигеҙҙә, балет тәнҡите булараҡ үҫешә. Опера һәм балет театрында сәхнәләштерелгән спектаклдәргә яҙыусылар Б.Бикбай, Ә.Һ.Бикчәнтәев, К.Мәргән, Ғ.Әмири һ.б. тарафынан яҙылған тәүге рецензиялар һәм тәнҡит мәҡәләләре респ. гәзиттәре һәм журналдарында донъя күрә. Б.ғ. үҫешенә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфөгә эвакуацияланған билдәле театр, әҙәбиәт һәм муз. тәнҡитселәре С.А.Андреев-Кривич, К.Н.Державин, М.Г.Пизов, Г.А.Полянский, Г.М.Свердлов һ.б. ҙур өлөш индерә. Улар БДОБТ спектаклдәренә рецензиялар яҙа, Башҡорт филармонияһының әҙәби-муз. лекторийында күҙәтеү лекциялары м‑н сығыш яһай. Миҫал өсөн, тәүге башҡ. балеты “Сыңрау торна” (1944) премьераһына спектаклдең художестволы үҙенсәлектәрен, образлы телен, артистарҙың башҡарыу оҫталығын яҡтыртҡан Державиндың мәҡәләһе арнала. БДОБТ‑ла ҡуйылған Л.Б.Степанов һәм З.Ғ.Исмәғилевтең “Сыңрау торна”, А.А.Крейндың “Лауренсия” балет спектаклдәре, Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында күрһәтелгәндән һуң, 50‑се йй. совет хореография сәнғәтенең алдынғы музыка белгестәре һәм оҫталары Р.В.Захаров, Л.М.Лавровский, Л.Н.Лебединский, А.М.Мессерер, И.А.Моисеев мәҡәләләрендә яҡтыртыла. 60—70‑се йй. башҡ. балеты т‑да Э.В.Бочарникова, Ю.Н.Григорович, В.И.Уральская, Н.И.Эльяш һ.б. яҙа.

Башҡ. балеты ҡаҙаныштары респ. муз.‑театр тәнҡите иғтибарын йәлеп итә. Милли балеттың үҫешенә Л.П.Атанова, О.Н.Белунцов, Һ.С.Сәйетов, Р.Х.Хәйруллин һ.б. хеҙмәттәре арналған. Башҡ. балетының тәүге быуын артистары сәнғәте т‑да Хәйруллиндың “Башҡортостандың балет сәнғәте оҫталары” (“Мастера балетного искусства Башкирии”; 1963, З.Ә.Насретдинова һәм Х.Ғ.Сафиуллин ижады т‑да), Сәйетовтың “Шатлыҡ бейеүе” (“Танец ликующий”; 1968, Г.Ғ.Сөләймәнова һәм Ф.М.Саттаров ижады т‑да) монографик тикшеренеүҙәре баҫылып сыға. Башҡ. хореографияһы үҫеше т‑да Г.Л.Ғәлимова, Г.С.Ғәлина, Н.Ш.Ғөбәйҙуллин, Э.М.Давыдова, Х.Ф.Мостаев, Е.Р.Скурко, М.А.Таһирова, Ғ.Н.Әхмәҙиева, Г.Х.Әхмәтова һ.б. хеҙмәттәре донъя күрә.

Башҡ. балеты артистарының башҡарыу оҫталығы Ғәлинаның “Тамара Хоҙайбирҙина” (“Тамара Худайбердина”; 1999), А.П.Филипповтың “Ваҡыт талабы буйынса” (“Востребованные временем”; 1999, И.Х.Хәбиров ижады т‑да “Аҡҡош йыры” — “Лебединая песнь” очеркы), Н.А.Жиленконың “Башҡорт балетының гран‑паһы” (“Гран‑па башкирского балета”; 2007) монографияларында сағылыш таба. Башҡ. балеты, балет фестивалдәре һәм конкурстарыт‑да материалдар “Ватандаш”, “Рампа” һ.б. журналдарҙа донъя күрә.

Р.Н.Хәбирова

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика