ХЫЯЛЕТДИНОВ Шакир Шәйхислам улы [15.5.1890, Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе Звериноголовский ҡсб (Ҡурған өлк. Звериноголовский р‑ны) — 15.6.1974, Өфө, мосолман зыяратында ерләнгән], дин әһеле, мөфтөй һәм СССР‑ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының Диниә назараты рәйесе (1951—74; ҡара: Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты). “Рәсүлиә” мәҙрәсәһен тамамлаған (1909), 1910 й. Вятка губ. Иш‑Буби а. мәҙрәсәһендә уҡыған. 1910 й. алып Турғай өлк. Ҡустанай, Аҡмулла өлк. Күксәтау ҡҡ. мосолман уҡыу йорттары уҡытыусыһы, 1918—30 йй. Атбаҫар ҡ. мәсетенең имам‑хатибы, 1943 й. башлап Урта Азия һәм Ҡаҙағстан мосолмандарының Диниә назаратындағы (Ташкент) Ревизия комиссияһы рәйесе, 1947 й. — Панфилов, Чимкент ҡҡ. мәсеттәренең имам‑хатибы. Бер нисә тапҡыр хажға барған.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина