ХУРСАН Сергей Леонидович (12.4. 1961, Өфө), физик‑химик. Химия ф. д‑ры (1999), проф. (2001). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1982) шунда уҡ, бер үк ваҡытта 1988 й. башлап Органик химия ин‑тында эшләй: 2008 й. алып баш ғилми хеҙм‑р, 2010 й. – лаб. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре окисланыу процестары кинетикаһы һәм механизмын, пероксил радикалдарҙың реакцияға инеү һәләте һәм рекомбинацияһы механизмын; ароматик карбонилоксидтарҙың, органик полиоксидтарҙың (диоксирандар, три‑һәм тетраоксидтар) химик үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә; органик берләшмәләрҙең термохимияһын, каталитик процестарҙың, ш. иҫ. полимерлашыуҙың, актив үҙәктәрен теоретик тикшереүгә арналған. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Физическая химия органических пероксидов. М.,2003 (авторҙ.); Thermochemistry of Organic Peroxides //Peroxides at the Beginning of the Third Millenium: Synthesis, Properties, and Application. New York, 2004 (авторҙ.).

Ә.Ғ.Мостафин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов