ХУНАФИНА Динә Хәлим ҡыҙы (10.11.1938, БАССР‑ҙың Тәтешле р‑ны Үрге Ҡоҙаш а.), инфекционист. Мед. ф. д‑ры (1995), проф. (1996). РФ‑тың (2004) һәм БР‑ҙың (1995) атҡ. табибы, РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2006). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1962) Иглин үҙәк район дауаханаһында, 1967 й. алып Өфөнөң 13‑сө дауаханаһында бүлек мөдире булып эшләй. 1970 й. башлап БДМУ‑ла (1984—2013 йй. инфекцион ауырыуҙар каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге вируслы инфекцион ауырыу­ҙарҙың патогенезын, клиник барышын һәм уларҙы дауалау ысулдарын өйрәнеүгә, яңы вирустарға ҡаршы һәм химиотерапия препараттарын һынап ҡарауға һәм индереүгә арналған. 1000‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы. Башҡ‑н инфекционистар йәмғиәте рәйесе (1984—2013).

Хеҙм.: Геморрагическая лихорадка с почечным синдромом: актуальные проблемы эпидемиологии, патогенеза, диагностики, лечения и профилактики. Уфа, 2006 (авторҙ.); Поражение лёгких при геморрагической лихорадке с почечным синдромом. Уфа, 2013.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина