ХУЖИН Ирек Сәйет улы (21.9. 1941, ТАССР‑ҙың Аҙнаҡай а.), хужалыҡ эшмәкәре. Техник ф. канд. (1998). БАССР‑ҙың атҡ. машиналар эшләүсеһе (1990), почётлы авиатө­ҙөүсе (1991). Ҡазан авиация ин‑тын тамамлаған (1964). 1963 й. алып Красноярск машиналар эшләү з‑дында эшләй. 1971 й. башлап ӨАИ‑ла өлкән инженер; 1972—2006 йй. (өҙөклөк м‑н) “Гидравлика” Өфө агрегат пр‑тиеһында: бюро, 1976 й. алып цех нач.,1977 й.—баш технолог, 1984 й. — баш инженер, 1986 й. башлап ген. директор. 1999—2001 йй. Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында эшләй. Х. етәкс. авиакосмик техника өсөн һығылмалы металл үткәргес торбаларҙың яңы конструкцияһы эшләнә. 12 фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы. РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге пр. лауреаты (1998). Халыҡтар дуҫлығы орд. м‑н бүләкләнгән (1990).

Хеҙм.: Электропроводимость контакта “инструмент—деталь” — физический и информационный параметр в станочных системах. М., 1998 (авторҙ.).

Тәрж. А.Н.Күсеев