ХУЖИН Валерьян Дәүләтша улы (3.1.1942, БАССР‑ҙың Салауат р‑ны Шәрип а. — 18.2.2002, шунда уҡ), агроном. А.х. ф. канд. (1982), иҡт. ф. д‑ры (1999). РФ‑тың (1995) һәм БССР‑ҙың (1991) атҡ. а.х. хеҙм‑ре, РФ‑тың (1996) һәм БАССР‑ҙың (1984) халыҡ мәғарифы отличнигы.БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1970) Тәтешле р‑нындаэшләй: С.М.Кировис. к‑здың, 1971 й. алып район а.х. идаралығының баш агрономы, 1974 й. — “Урал” к‑зы рәйесе. 1987 й. башлап Бөрө р‑нында: тәж.‑производство хужалығы дир., 1988 й. алып Район халыҡ депутаттары советының башҡарма ком‑ты рәйесе, 1992 й. — район хакимиәте башлығы. 1998 й. башлап БНИИСХ дир. 1‑се урынбаҫары. Фәнни хеҙмәттәре ауылды соц.‑иҡт. яҡтан үҫтереү, а.х. производствоһының һөҙөмтәлелеген арттырыу проблемаларына һ.б. арналған. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. БР ЮС‑ының 12‑се, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 1‑се саҡырылыш депутаты.

Хеҙм.: Экономическая эффективность повышения плодородия серых лесных почв северной лесостепной зоны РБ. Уфа, 1997; Опыт и проблемы аграрной реформы и пути социально‑экономического развития сельского района. Уфа, 2000.

Тәрж. А.Н.Күсеев