ХУЖАЛЫҠ‑МӘҘӘНИ ТИПТАР, оҡшаш тәбиғи‑геогр. шарттарҙа йәшәгән һәм соц.‑иҡт. үҫеше сағыштырмаса бер үк кимәлдә булған төрлө этностар һәм этнографик төркөмдәрҙең тарихи яҡтан формалашҡан хужалыҡ һәм мәҙәни эшмәкәрлек үҙенсәлектәре. Р.З.Йәнғужин тарафынан архив документтары, С.И.Руденко, Р.Ғ.Кузеев һ.б. материалдары нигеҙендә башҡорттарҙа (18 б. аҙ.) Х.‑м.т. өҫтөнлөк иткән хужалыҡ райондары айырылған: игенселек (төньяҡ һәм төньяҡ‑көнбайыш), ултыраҡ малсылыҡ‑игенселек (көньяҡ‑көнбайыш, төньяҡ‑көнсығыш; төньяҡ Урал аръяғы) һәм малсылыҡ (көнсығыш һәм көньяҡ) райондары. Урман һәм тау‑урман райондарында урман кәсептәре үҫеш алған. Игенселек районы Ҡазан даруғаһының күпселек өлөшөн һәм уға сиктәш булған Уҫы өйәҙе, Пермь өйәҙе терр‑яларын, Красноуфимск өйәҙенеңбер өлөшөн үҙ эсенә алған. Халыҡ ауылдарҙа даими торлаҡта йәшәгән. Хужалыҡ нигеҙе — игенселек һәм көтөү һыйырсылығы. Баҫыу эштәре тамамланған­дан һуң йәйләүгә (ҡара: Башҡорт йәйләүҙәре) сыҡҡандар. Ҡатын‑ҡыҙҙар традицион рәүештә туҡыусылыҡ, бәйләү, сигеү; ир‑егет – ағас әҙерләү, ағас эшкәртеү, үреүһ.б. һөнәрҙәр, һунар, балыҡсылыҡ, умартасылыҡм‑н шөғөлләнгән. Ултыраҡ малсылыҡ‑игенселек районы эсенә төньяҡ‑көнсығышта Бәләбәй өйәҙенең үҙәк өлөшөнән башланған терр‑я, ш. иҫ. Троицк өйәҙе, ингән. Малсылыҡ һәм игенселек үҫешкән. Малсылыҡ районы Башҡортостандың көньяҡ һәм көнсығыш өлөшөн, Урал аръяғының дала райондарын үҙ эсенә алған; шартлы рәүештә ултыраҡ‑малсылыҡ һәм ярым күсмә төбәктәренә бүленгән. Ултыраҡ‑малсылыҡ төбәгенә Өфө һәм Бөрө өйәҙенең бер өлөшө ингән. Даими торамаларға нигеҙ һалғандар, буранан йорт төҙөгәндәр, ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләгәндәр, йәйге көтөүлектәр бер урында булған; игенселек ярҙамсы роль уйнаған. Ярым күсмә төбәк эсенә Ырымбур өйәҙе, Боғорослан өйәҙе, Быҙаулыҡ өйәҙе, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Бөгөлмә өйәҙе, Силәбе өйәҙе, Верхнеурал өйәҙе һәм Шадринск өйәҙе терр‑ялары, Өфө, Бөрө һәм Троицк өйәҙҙәренең көньяҡ өлөшө ингән. Башлыса тибендә йөрөгән йылҡы (ҡара: Башҡорт аты), һарыҡ, аҙыраҡ һыйыр малы, дөйә үрсеткәндәр. Төп торлаҡ тирмә булған; ш. уҡ күсереп йөрөтөлгән аласыҡ, бурама, ҡыуыштар ҡорғандар. Ҡышҡы осорҙа малды һаҡланған урынға ҡыуғандар, унда утарҙар төҙөгәндәр, һуңыраҡ йәйләү һәм ҡышлау урындарында ауылдарға нигеҙ һалғандар. Халыҡ мал сеймалы эшкәртеү (ҡара: Балаҫ һуғыу, Кейеҙ баҫыу, Күн эше, Тула баҫыу) һәм ат егеү кәрәк‑ярағы, тиренән эшләнгән өй кәрәк‑ярағы, урман райондарында ағастан эшләнгән өй кәрәк‑ярағы, туҙҙан эшләнгән өй кәрәк‑ярағы һ.б. яһау м‑н шөғөлләнгән. Туҡланыу һөт (айран, ҡатыҡ, ҡорот, ҡымыҙ, май, һөҙмә һ.б.) һәм ит (бишбармаҡ, бәлеш, ҡаҙы, өлөш, тултырма һ.б.) аҙыҡтарынан торған. 20 б. 20‑се йй. аҙ. ауыл хужалығының индустриаль үҫеш стадияһына күсеүе ярым күсмә малсылыҡ традицияларының бөтөүенә килтергән. Артабан йылҡысылыҡ үҫешә, традицион кәсептәр һәм һөнәрҙәр тергеҙелә башлай. Дәүләт һәм хосуси ауыл пр‑тиелары сиктәрендә, тәбиғәт‑ландшафт зоналарын иҫәпкә алып, йәшелсә, баҡсасылыҡ, ит‑һөт продукттары етештереүгә махсуслашҡан (тауар йүнәлешендәге) яңы тармаҡтар барлыҡҡа килә (ҡара: “Алексеевка”, “Дмитриевка”, “Рощинский” һ.б.).

Әҙәб.: К у з е е в Р.Г. Развитие хозяйства башкир в X—XIX вв. (к истории перехода башкир от кочевого скотоводства к земледелию) //Археология и этнография Башкирии. Уфа, 1968. Т.3; Р у д е н к о С.И. Башкиры: ист.‑этногр. очерки. Уфа, 2006; Янгузин Р.З., Хисамитдинова Ф.Г. Коренные народы России. Башкиры. Уфа, 2007.

Р.И.Яҡупов

Тәрж. М.Х.Хужин